Өфөлә мәктәп ашнаҡсылары араһында конкурс үтә

Бөгөн республиканың төрлө район-ҡалаларынан оҫталар бәйге ярымфиналына йыйылды. 9 команда алдында сикле ваҡыт эсендә бер нисә ашамлыҡ төрө әҙерләү бурысы тора ине. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Бысаҡтар үткерләнгән, эш урыны таҙа, бирсәткәләр кейелгән. Ашнаҡсылар алдында 3 ашамлыҡ төрө әҙерләү бурысы тора. Картуф һәм тоҙланған ҡыярҙан турама, гарнирға – дөгө бутҡаһы. Иң ҡатмарлыһы – ҡара емеш менән быҡтырылған ит әҙерләү. Әлбиттә, компот та ситтә ҡалмай.

Конкурс бик ҡыҙыу бара. Командалар берҙәм эш итә. Кемдер ит киҫә, ә кемдер таҙалыҡ өсөн яуаплы. Талаптарға ярашлы, конкурсанттар эштәрҙе ике сәғәттә тамамлап өлгөрөргә тейеш.

Ашнаҡсыларҙы абруйлы жюри ағзалары баһалай. Балдар бер нисә критерий буйынса ҡуйыла. Санитар талаптар ҡаты, ризыҡтың биҙәлеше лә йәмле булырға тейеш. Иң мөһим шарт, әлбиттә, ашамлыҡтыҡтың тәмле булыуы.

Республиканың иң оҫта мәктәп ашнаҡсылары Өфө тармаҡ технологиялар колледжы майҙанына йыйылған. Оҫталар араһында конкурс икенсе йыл ғына ойошторолһа ла, ҡатнашырға теләүселәр байтаҡ. Бөгөнгө ярымфиналда 9 команда үҙ-ара көс һынашты. Бында Өфө, Салауат ҡалалары, Шишмә, Благовар һәм башҡа райондарҙан вәкилдәр йыйылған.

Конкурс мәктәп ашнаҡсыһы һөнәре абруйын күтәреү, уҡыусылар туҡланыуы сифатын арттырыу маҡсатында үткәрелә. Бәйге республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы башланғысы менән ойошторолған. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса финалға сығыусы команда «Гастромастер» республика фестивалендә ҡатнашасаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина