Өфөлә әсәне һәм уның сабыйын бәрҙергән водителгә ҡарата енәйәт эше асылды

Үлемесле авария Софья Перовская һәм Аврора урамдары киҫелешендә теркәлгәйне. Ҡарар Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының тәфтиш баш идаралығы тарафынан раҫланған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын тикшергәндән һуң руль артында ултырған 28 йәшлек ҡатынға ҡарата Рәсәй енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса эш асылған. Тәфтиш осорона уға Өфөнән ситкә сығырға рөхсәт ителмәй.