Башҡортостан ынйыһы – Асылыкүлде ҡайғыртып

Уҙған йәкшәмбе Дәүләкән районында «Берҡаҙан» экологик ирекмәндәр лагеры ойошторолдо. Проектҡа ярашлы, волонтерҙар бер аҙна дауамында һыу ятҡылығы биләмәһен таҙартыу һәм төҙөкләндереүҙә ҡатнаша.

 Лагерь эшмәкәрлеге барышында күлде туйындырыусы шишмәләр реестрын булдырыу ҡаралған. Сараны ойоштороусылар булараҡ «Йәшел Башҡортостан» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рус география йәмғиәте, Башҡортостандың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса Дирекцияһы һәм экология йүнәлешендәге эш өсөн яуаплы министрлыҡтар сығыш яһаған.

Ирекмәндәр рәтенә республиканың төрлө район-ҡалаларынан ун һигеҙ йәштән өлкәнерәк граждандар ҡабул ителгән.