Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында яңы йыйынтыҡ донъя күрҙе

“Башҡорт халыҡ сәнғәте” тип аталған китап тифлонәшриәт бүлегендә баҫтырыла. Унда кейеҙ эшкәртеү, орнамент мәғәнәләре, башҡорттарҙың көнкүреше менән танышырға була.

Китап махсус Брайль принтерында 9 экземплярҙа сығарылған.

Әлфинә Килдейәрова