Еҙем буйында рок фестиваль үтте

Ғафури районының Имәндәш ауылы янында рок һөйөүселәр «Еҙем фест» байрамына йыйылды. Сара икенсе йыл рәттән ойошторола. Былтыр фестиваль Мәмбәт ҡаяһы эргәһендә уҙғайны.

 Унда Башҡортостан, Удмурт, Татарстан республикалары һәм Камчатка крайынан ҡатнашыусылар йыйылғайны. Быйыл да ойоштороусылар бай программа әҙерләгән. Сәхнәлә Өфө, Ишембай ҡалалары, Красноусол ауылы һәм Шишмә районы йырсылары сығыш яһаны.

Улар илдең төрлө төбәктәренән килгән рок һөйөүселәрҙе бейетте. Репертуар төрлө – башҡорт, татар эстрадаһы ғына түгел, башҡа билдәле йырҙарың кавер версиялары яңғыраны.

Әлфинә Килдейәрова