Башҡортостан был ҡанундың тәжрибә майҙансығы итеп былтыр иғлан ителгәйне. Бөгөн өс йүнәлештә уңышлы эш алып барыла. Социаль хеҙмәт күрһәтеүселәр исемлегендә ике йөҙҙән ашыу ойошма, уларҙың 146-һы коммерция булмаған компания.
Күләмле форумдың пленар өлөшөндә республика етәкселеге лә ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Федераль министрлыҡ-ведомстволар, төбәк власть органдары етәкселеге, коммерция булмаған ойошмалар һәм үҫеш институттары вәкилдәре. «Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүгә социаль заказ» тураһындағы федераль закондың үтәлеше буйынса ойошторолған Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе финанс һәм социаль өлкәләрҙә эшләгән 250 белгесте берләштерҙе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров пленар ултырышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, һөҙөмтәле берҙәм эшмәкәрлек өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Башҡортостанда социаль заказ буйынса өс төп йүнәлеш эшләй – йорт шарттарында социаль хеҙмәтлендереү, айырым спорт төрҙәре буйынса башланғыс әҙерлек һәм балалар туризмы. Дөйөм финанслау күләме 800 миллион һумға еткән.
2019 йылда Башҡортостанда өс йәшкәсә балаларҙы шәхси мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөтөүгә социаль сертификаттар булдырылғайны. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы уңышлы тәжрибә менән Радий Хәбиров шәхсән үҙе таныштырҙы.
Социаль заказ буйынса пилот проект илдең 34 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Уҙған йыл менән сағыштырғанда финанслау күләме 45 процентҡа артып, 83 миллиард һумға еткән. Шул уҡ ваҡытта биш миллионға яҡын кеше социаль хеҙмәттәр алған.
Пленар сессиянан һуң Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров ң Хөкүмәт йортонда Радий Хәбиров менән осрашып, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырғанда төбәккә федераль финанслауҙы йәлеп итеү, бюджет аҡсаһын ҡулланыуҙа һөҙөмтәлелекте арттырыу тураһында ла фекер алышты.
Форумда ҡатнашыусылар социаль хеҙмәтләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәшғүллек, спорт, туризм тип исемләнгән сессияларҙа ҡатнашып, алдынғы эш тәжрибәһе менән таныштыра. Әйткәндәй, сараның тәүге көнөндә Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы илдең өс төбәге менән килешеү төҙөп, балаларҙың йәйге ялы буйынса республикала уңышлы ҡулланылған махсус программа тәьминәте менән уртаҡлашты.
Рәсәйҙең финанс министрлығы Дәүләт Думаһына социаль заказ йүнәлештәрен киңәйтеү тураһында закон проекты менән сығырға планлаштыра. Социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, өҫтәмә белем алыу, халыҡты физик яҡтан сыныҡтырыуға иғтибар артасаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина