Махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай реабилитация үтәсәк

Өфөлә «ВоИн» Бөтә Рәсәй хәрби ветерандар йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе түңәрәк өҫтәл артында мөһим мәсьәләр буйынса фекер алышты.

Былтыр төбәк ойошмаһы «Хоҡуҡи фронт» проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында Президент гранттары фондынан 400 мең һумдан ашыу финанс ярҙам алған. Проект сиктәрендә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан мең ярымдан ашыу ветеранға төрлө яҡлап юридик ярҙам күрһәтелгән.

Иң күп мөрәжәғәттәр медицина учреждениеларында сиратһыҙ ярҙам алыу хоҡуғы боҙолоуға бәйле була. Был мәсьәләне «ВоИн» ойошмаһы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән хәл итә.

Бынан тыш, проектҡа ярашлы төрлө саралар үткәрелә. Уларҙың береһе – Украинала барған махсус операцияға теләкләшлек белдереп, «Беҙҙең көс берҙәмлектә» автосәфәре уҙғарыла. Автомобилдәр колоннаһы Өфө, Волгоград, Махачкала, Грозный һәм Нальчик ҡалалары буйлап үтә.

Шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына реабилитация үткәреү мөмкинлеге булдырыла. Тәүгеләрҙән булып бындай реабилитацияны Салауат районынан биш ғаилә аласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова