Благоварҙағы һуңғы авария бар статистиканы насарайтҡан. Быйыл республикала автобустар ҡатнашлығы аварияларҙа 12 кешенең ғүмере өҙөлгән, шуларҙың ҡап яртыһы ошо фажиғәгә тура килгән. Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда пассажир ташыусыларҙы тикшереү башланды. Шишмә районында уҙған рейд барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Илгиз Сәфиуллин кеүек бар водителдәр ҙә үҙ эшенә яуаплы ҡараһа, бәлки, республика юлдарында авариялар күпкә аҙыраҡ булыр ине. Тәжрибәле шофер әйтеүенсә, иғтибарһыҙлыҡты юғалтыу – фажиғәләрҙең төп сәбәбе. Хәҙер руль артында телефондан һөйләшеү, хатта смс-хәбәрләшеү ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Ә бит юлдағы бар ҡағиҙәләр ҙә ҡан һәм күҙ йәштәре менән яҙылған.
Ә бына был автобус водителенең документтары теүәл булһа ла, транспорт сараһында етешһеҙлектәр табылды. Үткер күҙле инспекторҙар шунда уҡ иғтибарын тәгәрмәстәргә йүнәлтте. Ярай әле бөгөн асфальт өҫтө ҡоро, юғиһә протекторһыҙ шина менән еүеш юлда йөрөү айырыуса хәүефле.
Рейд барышында автобустарҙан тыш, «Ларгус»тар ҙа туҡтатыла.
Билдәле булыуынса, водителдәрҙең мотлаҡ лицензияһы, автомобилдең техник торошо тураһында документы булырға тейеш. Әйткәндәй, был машиналарҙың күбеһе газда йөрөй. Әммә ҡайһы бер хужаларҙың документында баллон урынлаштырылыуы тураһында тейешле мәғлүмәт яҙылмаған.
Республикалағы күләмле рейдтарҙың М-5 федераль трассаһынан башланыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Сөнки был аҙнала тап ошо юлдың Благовар районы учаскаһында үлемесле авария теркәлде. «Форд Транзит» микроавтобусының «КамАЗ» менән бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 6 кешенең ғүмере өҙөлдө, 18-е төрлө тән йәрәхәттәре алды.
Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, микроавтобус пассажирҙарының ҡайһы берҙәре хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған. Өҫтәүенә салонда баҫып барыусылар ҙа булған. Бынан тыш, транспорт сараһы ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылмаған. Ә бит республикала муниципаль-ара рейстарҙы күҙәтеүсе үҙәк эшләүе пассажир ташыусыларҙың барыһы өсөн дә мәғлүм.
Тәүге ваҡытта пассажирҙар ташыусылар күпләп туҡтатылһа ла, аҙаҡҡа ҡарай башлыса маршруттағы автобустар ғына ҡалды. Күрәһең, ҡалған водителдәр рейд тураһында бер-береһенә хәбәр итеп өлгәргән. Шуға ла хоҡуҡ һаҡсылары дежур итеү урындарын даими алмаштып тора. Бындай күренеш бар республика өсөн дә хас.
Илдар Байбулатов