Башҡортостанда шипкән орлоғон йыйыу башланды

Һауа торошона бәйле, быйыл ураҡҡа ике аҙнаға һуңлап тотоноуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре уңыштың муллығына шатлана. Уртаса гектар ҡеүәте – 20-22 центнер самаһы. Майлы ураҡ барышын БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин күҙәтте.

Шипкән уңышы ваҡытында индерелгән ашлама һәм һауа торошоноң ыңғай тороуы менән бәйле. Был күренештәр орлоҡтоң эрелегенә лә йоғонто яһаған.

Ураҡ эштәре башланыуға өс-дүрт көн үтеүгә ҡарамаҫтан, уңыш кимәле менән һөйөнөрлөк. Өфө районындағы Цюрупа исемендәге совхоз шипкән үләнен бишенсе йыл үҫтерә. Быйылғыһы үтә лә ҡыуаныслы, ти ауыл эшсәндәре. Быға май-июнь айҙарында яуған ямғырҙар һабаҡтың ныҡлығына, уңыштың муллығына булышлыҡ иткән.

Шипкән үләнен урыу дүрт-биш көн эсендә тамамлап, уның артынса ауыл эшсәндәре башҡа культураларҙы урып-йыйыуға төшөргә ниәтләй. Ике мең гектар биләмәлә фермерҙар гәрсис, етен, бойҙай, арпа һәм һоло үҫтерә. Әйткәндәй, быйылдан тағы бер майлы культура ла һынала башланған. Сафлор, йә иһә ҡырағай шафран тип исемләнгәне ул Боронғо Мысыр дәүеренән билдәле. Ә Башҡортостан ауыл хужалығына ул күптән түгел индерелгән.

Ғөмүмән, был төр культура аҙыҡ-түлек сәнәғәтенән тыш, техник маҡсатта ла киң ҡулланыла. Унан башлыса биояғыулыҡ етештерелә. Орлоҡтоң да 70 процентын Цюрупа исемендәге совхоз сит илгә оҙата. Санкцияларға бәйле логистика селтәре өҙөлөүгә ҡарамаҫтан, был төр культураға баҙарҙа ихтыяж ҙур. Шуға ла шипкәнде һатыу мәсьәләһе быйыл да ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаясаҡ, ти хужалыҡ етәкселеге.

Азат Ғәлиуллин