Хәйриә аҡсаһына һалынған объектты йыл аҙағына сафҡа индереү күҙаллана. 60 урынға иҫәпләнгән бинаның әҙерлеге менән хоспистарға ярҙам итеү фонды етәксеһе Нюта Федермессер танышты. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.
«Башҡортостан сәскәләре» биҫтәһендә төҙөлгән хоспистың биналарында төҙөлөш эштәре тамамланған тиерлек. Электр уты, йылытыу селтәрҙәре үткәрелгән, палаталарҙы биҙәү өлөшө башланған.
Проект буйынса Өфө хосписы өс корпустан тора: бәләкәй һәм оло йәштәге сирлеләр өсөн бүлексәләр, хеҙмәткәрҙәр бүлмәләре, кескәйҙәр өсөн уйын майҙансыҡтары. Заманса, сағыу итеп эшләнгән хосписта мөмкин тиклем йылы мөхит булдырыу маҡсаты тора.
Объект төҙөлөшөнә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Башҡортостанда сафҡа индерелгән тәүге хосписта пациенттарға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн заманса бинаны йыһазландырыуға төплө иғтибар бүленә.
Башҡортостанда 23 меңдән ашыу кеше дауаланмаған сирҙәр менән ауырый. Уларҙың ауыр көндәлеген еңелләштереү көн талабы. Заманса хосписта пациенттар өсөн мөмкин тиклем йылы мәнәсәбәтле, уңайлы мөхит булдырыу маҡсаты тора.
Флорида Ким