Ишембай районында Иҫке Ишембай мәсетенең 75 йыллығы уңайынан ҙур байрам ойошторолдо

Сараға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан һәм Татарстан республикаһынан ҡунаҡтар саҡырылғайны. Байрамда Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин дә ҡатнашты. Сараға йыйылыусылар үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе, иман йортона бүләктәрен тапшырҙы.

Юбилейға иман йорто биләмәһе төҙөкләндерелгән, ихата сәскәләр менән биҙәлгән. Байрам майҙанында тирмәләр ҡоролоп, мәсет тарихын сағылдырған фотокүргәҙмә ойошторолдо. Ишембайҙан «Ете ҡыҙ» һәм Салауаттан «Алағыуат» ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары ҡул эштәре өлгөләре экспозицияһын тәҡдим итте.

Рәзилә Ғиниәтуллина