Башҡортостандан Донбассҡа 18-се гуманитар ылау юлға сыҡты

7 ауыр йөк машинаһынан торған колонна Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпкә төҙөлөш материалдары алып бара. Әле белем усағында республика көсө менән күләмле төҙөкләндереү эштәре алып барыла.

Унда Башҡортостан төҙөүселәр төркөмөнөң хеҙмәт вахтаһын үтә. Яңы уҡыу йылына эштәрҙе тамамлау өсөн матераилдар график буйынса оҙатыла. Гуманитар ылау водителдәренең тәжрибәһе ҙур.

Донбассҡа улар тәүге тапҡыр ғына юлға сыҡмай. Коллоннаны юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы патруле һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара.