Социаль эшҡыуарҙар белемен камиллаштырыу тураһында таныҡлыҡ алды

Улар ике аҙна буйына Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы ойоштороған бушлай семинарҙа ҡатнашып социаль өлкәлә бизнес асыу, эш алып барыу серҙәренә төшөндө.

Социаль эшҡыуарлыҡта белем камиллаштырыу курстары өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Был юлы сертификаттар ике йөҙҙән ашыу йүнселгә тапшырылды. Үҙ эшен башларға теләүселәр алдында Мәскәү һәм башҡа ҡалаларған килгән бизнес-тренерҙар, тәжрибәле эшҡыуарҙар сығыш яһаны.

Ике аҙнала бизнесмен булып китеү мөмкин түгел, әлбиттә. Әммә курстарҙы үтеүселәргә үҙ эшен башлау күпкә еңелләшә. Бында хатта тәжрибәле эшҡыуарҙар ҙа килә. Икенсенән, сертификат алыусыларға йөҙ меңдән биш йөҙ мең һумға тиклем грантҡа дәғүә итеү мөмкинлеге бирелә.

Гөлнара Хәйбуллина, Башҡортостан эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығының граждандар мөрәжәғәте һәм киң мәғлүмәт саралары менән эш итеү бүлеге етәксеһе

Айнур Кәбиров