Колледж эш биреүселәр заказы буйынса кадрҙар әҙерләй башлай. Ҡабул итеү кампанияһы контроль һандары буйынса был йүнәлештә өҫтәмә дүрт йөҙ урын бүленгән.
Уҡыу йорто Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Авиация двигателдәрен етештереүсе предприятие менән алдан килешеү төҙөп, өҫтәмә белем алырға мөмкин. Комиссия составында студенттар ҙа эшләй. Улар яңы ғына мәктәп тамамлаған егет-ҡыҙҙарҙы колледжға уҡырға инеү өҫтөнлөктәре менән таныштыра.
Колледж базаһында машина төҙөү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса мәғариф-етештереү кластеры булдырылған. Уны ойоштороуға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан ике йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Уҡыу биналарын тышҡы һәм эске яҡтан төҙөкләндереү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта терәк предприятие ятаҡты ремонтлауға 30 миллион һум аҡса йүнәлткән.
Гөлназ Хәйбуллина