Баймаҡта күләмле проект – «Башҡорт аты» республика фестивале бара

Граф күле буйында үткән спорт байрамына Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән ат һөйөүселәр йыйылды. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү, йылҡысылыҡ традицияларын нығытыу, ҡымыҙ бешеү һәм халыҡ кәсептәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған фестивалгә БЮТ хәбәрселәре лә тамаша ҡылды.

Республика фестивале «Ылаҡ» уйыны менән башланды. Мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта хәүефле тип һаналған милли уйында 7 команда үҙ ара көс һынаша. Башҡортостан райондары спортсыларынан тыш, Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан республикалары вәкилдәре лә бар. Йылдан йыл популярлыҡ яулай барған ярышта ҡатнашыусыларҙы атҡа һөйөү, көсөргәнешле уйынға ҡыҙыҡһыныу берләштерә. 

Ылаҡ, ауҙарыш милли уйындары менән бер рәттән, икенсе майҙанда Мәргән уҡсылар бәйгеһе ҡыҙҙы. Һыбай һәм йәйәү килеш уҡтан атыу ярышында йөҙҙән ашыу кеше үҙ тапҡырлығын һәм сослоғон һынай. Улар араһында гүзәл заттар ҙа бар. Мәргән уҡсы – уҡтан атыуҙы тергеҙеүҙе һәм популярлаштырыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуймай, был хәрәкәт халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын, тарихты өйрәнеүгә лә ҡайтып ҡала.

Башҡорт аты ҙур күләмдә, төрлө милли уйындарҙы үҙ эсенә алған тәүге республика фестивале. Спорт сараһы йылҡысылыҡ тармағын, халыҡ кәсептәре йолаларын һаҡлауҙы, үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.    

«Башҡорт аты» проекты старт алды. Унда ҡатнашыусылар ат сабыштарына, оҫталыҡ дәрестәренә тамаша ҡыласаҡ. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә иртәгә күләмле ат парады уҙасаҡ. Программа ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмәһен, ҡымыҙ етештереүселәр  конкурсын да үҙ эсенә ала.  

Альбина Байегетова