Әбйәлил районында йәшәгән Һибәтовтар ғаиләһе башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғәлләнә. Йыл әйләнәһенә тиерлек, төбәктәге сауҙа нөктәләрен ҡымыҙ менән тәьмин итә.
Быйыл фермерҙар шифалы эсемлек һатыуҙан килгән табышты изге эшкә йүнәлтте. Һибәтовтар Тамъян ырыуына ҡараған Яманайҙар араһы ҡорон ойошторҙо. Шәжәрә байрамын БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин күҙәтте.
Һибәтовтар тәүҙә бейәләрҙе ҡул менән һауһа, бөгөн эште махсус аппарат ябайлаштырҙы. Был кәртә аша көнөнә өс тапҡыр 45 баш мал үтә. Улар үҙҙәре лә тамам өйрәнеп бөткән, бейәләр һауымға сиратлап тигәндәй баҫа. Йүнселдәр шунда уҡ һауылған һөттө бешеп заказ биргән кибеттәргә оҙата.
Ишбулды Һибәтов Әбйәлил ауылдарындағы сауҙа нөктәләре ҡымыҙ таратҡанда, хужалыҡ кинйә улы ҡарауында ҡала. Ильяс Һибәтов атаһының юлын дауам итеп, йылҡысылыҡ һәм малсылыҡ тармағында төплө нигеҙләнгән. Бөгөн хужалыҡта 200-ҙән ашыу һыйыр һәм шунсама берәмектә йылҡы малы аҫрала. Эштең ырамлы барыуы киләсәккә яҡты маҡсаттар ҡуйырға ла ирек бирә. Быға дәүләттән бүленгән грант аҡсалары булышлыҡ итә.
Ишбулды Һибәтов Тамъян ырыуы Яманайҙар араһында абруйлы заттарҙың береһе. Уға ҡарап һоҡланмаған, өлгө алмағандар һирәк. Шәжәрә байрамын ойоштороу ниәтен күтәреп сығыу ҙа уға бер ни тормай. Барса туған-тыумасалар берҙәй күтәреп ала. Һөҙөмтәлә байрам 300-ҙән ашыу кешене бергә йыйҙы.
Яманайҙар араһы ҡоро үҙе үк һабантуй майҙанын хәтерләтте. Байрам тотош Әбйәлил халҡын бергә йыйҙы тиһәк тә һис тә хата булмаҫ. Туғандар ҙа Урал аръяғына төбәктәренә таралған. Сараға килгән халыҡ тәүҙә шәжәрә ағасынан нәҫел-тамырҙарын барлаһа, һуңынан һәр быуын вәкилдәре үҙе менән таныштырҙы.
Ә артабан иһә байрам милли уйын һәм спорт ярыштары менән дауам итте. Бигерәк тә Яманайҙар араһында бил бирмәҫ батырҙарын билдәләү мауыҡтырғыс тамашаға әйләнде. Еңеүсегә йола буйынса тәкә түгел, ҡолон тапшырылды. Уға Магнитогорскиҙан дүрт бала атаһы Илшат Нурғәлин эйә булды. Ул 100 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияларында көс һынашҡайны, ә 80-гә тиклемгеләр араһында Дәүләттән Ишморат Ғәлиуллин еңеү яуланы. Ул быҙау менән бүләкләнде.
Ә ҡул көрәшендә иһә Таштимерҙән Ғәлиә Мәғәсүмоваға етеүсе булманы. Ул һарыҡ менән бүләкләнде. Шулай уҡ ҡиммәтле һәм иҫтәлекле приздар гир, йүгереү кеүек һәм башҡа спорт төрҙәрендә һынатмаусыларға ла тапшырылды.
Ә инде бөгөнгө сара һуңғыһы булмаҫ, ти туғандар. Маҡсаттар ҙа юғары. Киләсәктә архив документтарын тағы ла ентекле өйрәнеп, Яманайҙар араһы тураһында айырым баҫма сығарыу шуларҙың береһе.
Азат Ғәлиуллин