Өфөлә «Ғаилә менән ял көнө» үтте

Тематик сара сиктәрендә «Ғаилә» үҙәге психологтары халыҡҡа бушлай консультациялар ойоштороп, төрлө күнекмә һәм арт-практика аша яратҡан кешене яҡшыраҡ аңларға, тойғоларҙы аңлап күрһәтергә өйрәтте.

Теләүселәр ғаилә ҡағиҙәләре, ғаилә килешеүе һәм ғаилә бюджеты нигеҙҙәре тураһында мәғлүмәт алды. Майҙанда балалар өсөн йәнһүрәт яһау буйынса оҫталыҡ дәресе, «Ышаныс марафоны» тип исемләнгән квест, төрлө конкурстар уҙғарылды. Иң әүҙем тип танылғандар иҫтәлеккә бүләктәр алды.

Ял көнөн ғаилә менән уҙғарыусылар ҡул эштәре күргәҙмәһенә лә шаһит булды. Майҙанда тиҫтәгә яҡын оҫта йыйылғайны. Улар үҙҙәре яһаған биҙәүес, уйынсыҡтар, һауыт-һаба, тиренән эшләнгән әйберҙәрҙе һатыуға сығарҙы.

Гөлназ Хәйбуллина