Үҙ-үҙеңде яҡлау һәм нунчак менән файҙаланыу күнекмәләре

Һаҡланыу элементтары менән Благовар районыныдағы «Ҡояшҡай» һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе үҫмерҙәр танышты. Сараны ойоштороусылар – Әрме ҡул һуғышы спорт федерацияһы вәкилдәре.

Ойошманың төбәк бүлексәһе инструктор рәүешендә сығыш яһап, малай-ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ойоштороусылар фекеренсә, бындай күнекмәләр менән гүзәл заттар ҙа таныш булырға тейеш.

 “Ҡояшҡай” һауыҡтырыу лагерында республиканың төрлө район-ҡалаларынан 180 бала ял итә. “Здорово” сменаһы махсус операцияла ҡатнашыусы Рәсәй һалдаттарына теләктәшлек белдереп, үҫеп килгән быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү маҡсатында үткәрелә.

Рәзилә Ғиниәтуллина