Башҡортостанда көнбағыштан мул уңыш көтөлә

Быйыл 350-360 мең тонна йыйып алыу планлаштырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шулай тип яҙа. Быйыл көнбағыш баҫыуҙары 14 процентҡа киңәйтелгән. - Май етештереү ҙә яйға һалынған, ике завод бар, улар тәүлегенә 2 мең ярым тонна эшкәртә. Республикала йылына 320 мең тонна май сығарыла, был Башҡортостан халҡы ихтыяжынан алты тапҡырға күберәк, - ти Радий Хәбиров.