“Сәләмәт төбәк – сәләмәт республика” акцияһы барышында 90 меңгә яҡын кеше табиптарға күренгән

Өфөнән медицина белгестәре райондарға сығып халыҡты ҡабул итә. Акция апрель айында башланды. Өфө табиптары алты маршрут буйынса эшләй. Был аҙнала белгестәр Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш, Имәнлекүл ауылдарында, Дыуандың Ҡалмаш, Өлкөндө, Ҡалтасының Оло Кәлтәй, Миәкәнең Рассвет, Новый Мир, Сатый, Сәфәр, Күгәрсендең Хоҙайбирҙе, Йомағужа, Хәйбулланың Маҡан һәм Степной ауылдарында халыҡты ҡабул итә.