Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев вице-премьер итеп тәғәйенләнде. Ул Төҙөлөш һәм архитектура, шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары эше өсөн яуаплы була. Бөгөн был турала республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Быға тиклем ике министрлыҡ эше өсөн вице-премьер Рәйеф Абдрәхимов яуаплы булды. Радий Хәбиров уны “Башспирт” предприятиеһы етәксеһе итеп тәғәйенләргә тәҡдим итте. Ҡарарҙы компанияның директорҙар советы ҡабул итә. Радий Хәбиров Рәйеф Абдрәхимовҡа алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүгә индергән өлөшө һәм башҡа ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе. Элекке вице-премьер “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнде.