Андрей Васильевский Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Легендар спортсыға юғары награданы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмә барышында тапшырҙы. Ултырышта күтәрелгән көнүҙәк темалар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры менән «Салауат Юлаев» хоккей командаһы тәрбиәләнеүсеһе, «Тампа-бэй Лайтнинг» клубы ҡапҡасыһы – аталы-уллы Василевскийҙар республика етәксеһе ҡулынан юғары дәүләт наградалары алды. Милли хоккей лигаһы йондоҙо, яҡташыбыҙ Андрей Андрей улы отпуск мәлендә йыл да Башҡортостанға ҡайтып, яңы еңеүҙәргә көс туплай. Йәш спортсыларға оҫталыҡ дәресе уҙғара. Донъя кимәлендә республиканы лайыҡлы күрһәткәне өсөн ул «Салауат Юлаев» ордены менән бүләкләнде.

Оператив кәңәшмә барышында уҙған аҙналағы ижтимағи-сәйәси, мәҙәни ваҡиғаларға ла йомғаҡ яһалды. Радий Хәбиров Баймаҡ районында уҙғарылған «Башҡорт аты» республика фестивалендә һөнәрселәр менән осрашып, уларға ярҙам вәғәҙәләгәйне. Һәр оҫтаға дәүләт программаһында ҡатнашыу мөмкинлектәре ентекле аңлатыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта йылҡысылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән күләмле сара сиктәрендә башҡа мөһим ҡарарҙар ҙа ҡабул ителгән.

Ултырышта грант проекттарында әүҙем ҡатнашҡан Башҡортостан йәштәре лә билдәләнде. Радий Хәбиров «Иволга» форумында уңышлы сығыш яһаған берҙәм командаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Етди һорауҙарға килгәндә, беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 105,1 процент тәшкил иткән. 21 эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса буйынса үҫеш күҙәтелә. 

Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ла артыуы күҙәтелә. Был турала оператив кәңәшмәлә төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итте. Дәүләт ярҙамы үҫешкә көс биргән.

Радий Хәбиров һуңғы резонанс юл фажиғәләренә бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтеү бурысын ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта урман янғындарына ла әҙер булырға кәрәк. Яуаплы ведомство етәкселеге билдәләүенсә, йәшел ҡалҡан бөгөн етди контролдә. Шулай ҙа үләндәр япмаһы бейек булғанға күрә, август башы-сентябрь аҙағына уларҙың ҡороуына бәйле янғын хәүефе классы күтәрелеүе көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина