Өфө – Ырымбур юлында хәүефһеҙлек арта

Трассаның тағы бер өлөшөндә яҡтыртыу эштәре тамамланды. Ҡырмыҫҡалы районының Яңы һәм Иҫке Муса ауылдары янында лампалар урынлаштырылды. Эшселәр 4 километр ярым арауыҡта 250 яҡтыртыу бағаналары һәм 2 трансформатор урынлаштырҙы.

Проектҡа ярашлы, Р-240 трассаһының Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары аша үткән өлөштәре яҡтыртыласаҡ.

Артабан тағы ла күләмле эштәр башҡарыласаҡ. Беҙгә 110 саҡырымда 5 мең ярым бағана, 42 трансформатор, урынлаштырырға, 234 километр кабель һуҙырға тура киләсәк. Был эштәрҙе август аҙағына тамамларға иҫәп тотабыҙ.

Айҙар Тумашев, «Приуралье» автомобиль юлдары идаралығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Айнур Кәбиров