Ҙур ҡаршылыҡтар аша зыяратҡа...

Бүздәк районы Иҙәшбаш ауылында йыназаға тура мәғәнәһендә кәртә ҡуйылды. Мәсьәлә тәү ҡарашҡа изге башланғыстан килеп сыға. Урындағы муниципаль берәмек 3 саҡрымдан ашыу юлға асфальт һала. Хәүефһеҙлек талаптары буйынса уны кәртәләп тә ҡуя. Тик был урындағы халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар ғына тыуҙыра. Мәсьәләнең асылына БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина төшөндө.

Был кадрҙар каскадерҙар һынауын хәтерләтһә лә, ысынбарлыҡта Иҙәшбаш халҡының көндәлек тормошо. Бында асфальт һалынып, юл кәртәһе ҡуйылғандан һуң, халыҡ ауыл зыяратына үҙ һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып үтергә мәжбүр.

Зыярат янына үтер өсөн, урында йәшәүселәргә квест үтер кәрәк. Башта бер метрға яҡын юл ситендәге ҡаршылыҡты атлап сығырға һәм 8 метрлыҡ убанан төшөргә. Бер кеше өсөн бынан көс-хәл менән тәкмәсләмәй генә төшөү мөмкиндер ҙә, әммә шундай шарттарҙа, күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, табутты күсерергә кәрәк.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бер нисә тапҡыр табутты төшөрөп ебәреү осрактары лә булған. Район хакимиәте зыярат янында юлды биш йыл элек һала. Башланғыс, әлбиттә, изге ниәттә тормошҡа ашырыла. Тик етәкселәр зыяратҡа илткән юл тураһында онота.

Иҫке юл өҫтөнә 8 метрлыҡ тупраҡ һалып, асфальт түшәлә. Ә юл сите хәүефһеҙлек талаптары буйынса кәртәләнә. Зыяратҡа икенсе юл да бар, тик ул мал өсөн электркөтөүсе сымдары менән уратып алынған. Ҡышын яланда ҡар таҙартылмау сәбәпле, көрт аша үтеү мөмкинлеге юҡ.

Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында район хакимиәте яңы зыяратҡа нигеҙ һалырға тәҡдим итә. Әммә уның урыны һаҙлыҡ эсендә. Ауыл халҡы әйтеүенсә лә, яңы зыяратҡа ихтыяж юҡ.

Бүздәк районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, һаҙ өҫтөндә яңы зыярат һалыу тәҡдиме әле ғәмәлдә ҡала. Халыҡтың уңайлығы өсөн Иҙәшбаштың тарихи ерләү урынына ла юл асыу мөмкинлектәре ҡарала. Кәртәләнгән бейеклектән төшөү өсөн муниципалитет сентябргә тиклем тимер баҫҡыс ҡуймаҡсы.

Рәзилә Ғиниәтуллина