Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә Өфөлә сираттағы профилактик рейд үтте. Был юлы сара йәйге һыу инеү миҙгелендәге хәүефһеҙлек мәсьәләһенә арналды.
Статистиканан күренеүенсә, һыу ҡорбандарының һаны бөгөн биш тиҫтәгә етте. Уларҙың алтыһы – балалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелһеҙ хәлдәрҙгә ял итеүселәрҙең эскән килеш һыу инеүе сәбәпсе.
Быйыл республика муниципаль берәмектәрендә рәсми асылған пляждар һаны 121-гә еткерелде. Өфөлә генә 111 һыу инеү урыны йыһазландырылған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡала халҡы рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүҙе хуп күрә. Уҙған ялда Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендәге «Трамплин» кисеүендә 33 йәшлек ир һыу ҡорбаны булған.
Азат Ғәлиуллин