Башҡортостанда тәүге тапҡыр йәйге «Рыбатлон» бәйгеһе үтте

Йүгерә-йүгерә балыҡҡа. Башҡортостанда тәүге тапҡыр йәйге «Рыбатлон» бәйгеһе үтте. Ике спорт төрөн – балыҡ ҡармаҡлау һәм йүгереүҙе үҙ эсенә алған ярыш Нуриман районының Павловка һыуһаҡлағысында ойошторолдо. Ҡатнашыусыларға өс километр юлды йүгереп үтергә һәм ике тапҡыр туҡтап балыҡ ҡармаҡларға кәрәк. Үҙенсәлекле бәйге тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Үҙенсәлекле биатлон. Ҡулда спорт мылтығы урынына – ҡармаҡ, ә сәп – һыуҙа йөҙә.

Нуриман районында «Рыбатлон» ярышы тәүге тапҡыр үткәрелһә лә старт һыҙығына биш тиҫтәгә яҡын кеше баҫа. Иң йәшенә – 6, ә олоһона – 66 йәш.

Һауа торошо ла бик уңайлы – үтә ныҡ эҫе лә түгел, ел дә юҡ. Ҡомарлы балыҡсыларға балалар көнәркәшлек итә. Ә кескәйҙәргә иһә уңыш йылмая.

Ошондай уҡ түҙемһеҙлек менән көйәрмәндәр ҙә ҡатнашыусылар артынан күҙәтә. Иң ҙур дәртләндереүсе төркөм Ырымбур өлкәһенән килгән. 

БЮТ ижади төркөмө иһә бәйге дауамында 48 һаны аҫтындағы ҡатнашыусыны күҙәтте. Телеканал водителе Рәшит Ҡадиров – ярыштың иң өлкән спорсыһы. Тәүҙә уның ҡармағына балыҡ эләкмәй йонсотһа ла, финиш һыҙығын ул алтынсы булып үтте. 

Ярыш башланыуға ни бары 24 минут үткәс, бәйгенең еңеүсеһе лә асыҡланды. Яңы рекордты Өфөнән Максим Чернов ҡуйҙы. Балыҡ ҡармаҡлау уның өсөн еңел шөғөл, ә бына 3 километр дистанцияны йүгереү – яңы маҡсатҡа дәртләндерә.

«Рыбатлон» ярышын 2011 йылда Рязань ҡалаһында уйлап сығаралар. Ун йыл үткәс бәйге Рәсәй төбәктәренә тарала башлай. Башҡортостанда ҡышҡы «Рыбатлон» сараһын үткәреү тәжрибәһе бар. Ул да Нуриман районында уҙғарылғайны. Ҡышҡы бәйге йәйгеһенән айырылып тора.

 “Рыбатлон” ҡағиҙәләре буйынса һәр ҡатнашыусыға приз бирелә. Тик бына бүләктәр өҫтәленә турнир таблицаһында алған урынға ярашлы, сират буйынса киләләр. Ләкин был мөһим түгел, тәү сиратта ваҡытты файҙалы итеп уҙғарыу күңелгә айырым бер ял бирә.

Әлфинә Килдейәрова