Башҡортостан менән Иран араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн уңайлы мәл

Был турала Ирандың Рәсәйҙәге  илсеһе  Казем  Джалали белдерҙе. Уның етәкселегендә делегация Башҡортостанға килде. - Өфө менән Тәһран  араһында тура авиарейстар булдырыу туризм үҫешенә этәргес буласаҡ. Башҡортостанда нефть сәнәғәте үҫешкән, был да хеҙмәттәшлектең бер йүнәлеше. Шулай уҡ Иран иген, май, ағас материалдары һатып алырға әҙер, - тип белдерҙе ислам дәүләте вәкиле.