Андрей Назаров тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Ил төбәктәре рейтингында Башҡортостан был күрһәткес буйынса 9-сы урында тора. Ике йыл самаһы элек төҙөлөп бөтмәгән объекттар һаны буйынса Башҡортостан 83-сө баҫҡыста ине. Йылдың тәүге яртыһында 1 миллиард 400 миллион һумға 200-гә яҡын объект файҙаланыуға тапшырылған. Республикала - 65, муниципаль берәмектәрҙә 126 төҙөлөш тамамланған. Был йүнәлештә эште тиҙләтеү маҡсатында, премьер-министр оҙайлы төҙөлөш  объекттары һанын кәметеү планын аныҡларға, уларҙы сафҡа индереү һәм рәсми дәүләт тәркәүен уҙғарыу мөҙҙәтен ҡыҫҡартырға ҡушты.