Сүп-сар урындары ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһына ярашлы булдырыла. Был турала Башҡортостан хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ауыл хужалығы министрлығы райондарға 25 миллион һумдан ашыу федераль субсидия бүлә. Ауылдарға 1 мең самаһы яңы контейнерҙар ҡуйыу планлаштырыла.