Бөгөн һауа-десант ғәскәрҙәре көнө

Ҡанатлы гвардия ветерандарын һәм шәхси составты байрам менән Ил президенты Владимир Путин да ҡотланы. Ул хәрбиҙәрҙең Рәсәйҙең милли мәнфәғәттәре һағында ышыныслы тороуын, десантсыларҙың махсус хәрби операцияла ҙур батырлыҡ күрһәтеүен билдәләне.

Өфөлә байрам уңайынан төп тамаша «Забельский» аэродромында уҙҙы, десантсылар башҡаланың Еңеү паркында дүрт быуын бәйлнешен сағылдырған монументҡа сәскәләр һалды. Сарала Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Десантсы – ул хәрби һөнәр генә түгел, ул кешенең булмышы, тормош рәүеше. Сөнки төрлө йылдарҙа ла һауа-десант ғәскәрҙәренә тик физик яҡтан көслө, психик йәһәттән тотороҡло егеттәрҙе генә һайлап алалар. Запастағы десантсылар әйтеүенсә, был составҡа эләгеү оло ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ өҫтәй.

Һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип 1930 йылдың 2 авгусы иҫәпләнә. Тап шул көндө Воронеж аҫтында 12 десантсы тактик бурысты үтәү өсөн парашюттан һикерә. Тик был дата рәсми рәүештә билдәләнмәй, календарҙарҙа ул 16 йыл элек барлыҡҡа килә. Башҡортостанда запастағы десантсыларҙы берләштергән ойошма уңышлы эшләп килә, ул республиканың төрлө төбәктәрендә хәрби-патриотик эшмәкәрлек алып бара.

Һауа десант ғәскәрҙәре – Рәсәй армияһының төп көстәренең береһе, маяғы. Башҡортостан десантсылары иһә берҙәмлеге, әүҙемлеге менән дә айырылып тора. Бер йыл элек Өфөлә ветеран ойошмаларының башланғысы менән ошо 13 метрлыҡ монумент асыла, ул төрлө быуын десантсыларының бәйләнешен сағылдыра. Бында фронтовик, яугир интернационалист хәҙерге заман һалдаты һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләнгән малай образы урын алған.

Байрамда ҡатнашыусылар монумента сәскәләр һалды, һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Әүҙем йәмәғәтселәрҙең эшмәкәрлеге почет билдәләре, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләп үтелде. Запастағы десантсылар әйтеүенсә, уларҙың төп маҡсаты йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү. Ошо маҡсатта төрлө осрашыуҙар, спорт ярыштары ойошторола. Десантсылар үҙҙәре лә үҫеп килгән быуынға өлгө күрһәтә.

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған сараларҙың төп өлөшө «Забельский» аэродромында үтте. Был осраҡлы түгел, буласаҡ десантсыларҙың күбеһе тәүге аҙымдарын ошонда яһай, парашюттан һикерергә өйрәнә. Бөгөн иһә майҙанда байрам саралары гөрләй, пилотаж төркөмө сығыш яһай, хәрби күнекмәләр күрһәтелә, спорт ярыштары ойошторола.

Һауа-десант ғәскәрҙәренең бай тарихы бар һәм һәр быуын был йылъяҙманы яңы биттәр менән байыта. Башҡортостан да ҡанатлы гвардия сафтарында хеҙмәт иткән улдары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Яҡташтарыбыҙ Бөйөк ватан һуғышы йылдарында, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә, Төньяҡ Кавказда халыҡ-ара террорзмға ҡаршы алышҡанда Донбасс халҡын яҡлап Украиналағы махсус хәрби операция барышында ла бурысын намыҫ менән үтәй.

Рәмзиә Кәримова