Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ирандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ҡасым Джәләли менән осрашыу барышында белдерҙе. Быйыл көҙ Тәһранға Башҡортостандың бизнес-миссияһы сәфәре көтөлә.
Ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү өсөн уңайлы ваҡыт етте тип билдәләне Радий Хәбиров. Ҡасым Джәләли Рәсәй менән Иран мөнәсәбәттәрендә яңы дәүер башланыуын йәшермәне. Ике яҡлы тауар әйләнешен бермә-бер арттырыуға форсат булыуын дә белдерҙе. Осрашыуҙа Ҡалмыҡ республикаһы башлығы Бату Хасиков та ҡатнашты.