Андрей Назаров тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмә уҙғарҙы

Ил төбәктәре рейтингында Башҡортостан был күрһәткес буйынса 9-сы баҫҡысты биләй. Ике йыл самаһы элек төҙөлөшө тамамланмаған объекттары һаны буйынса Башҡортостан 83 урында килә ине.

Йылдың тәүге яртыһында миллиард 400 миллион һумға 191 объект файҙаланыуға тапшырылған. Республика кимәледә 65, муниципаль берәмектәрҙә 126 төҙөлөш тамамланған. Был йүнәлештә эште артабан да тиҙләтеү маҡсатында хөкүмәт Премьер-министры оҙайлы төҙөлөш объекттары һаны эҙмә-эҙлекле кәметеү планын аныҡларға, уларҙы сафҡа индереүҙе һәм рәсми дәүләт тәркәүен уҙғарыу мөҙҙәтен ҡыҫҡартырға ҡушты.

Рафиҡ Әхмәтшин