Шулай уҡ аҙыҡ-түлек әҙерләү технологияларын боҙоусылар һаны ла ике тапҡырға тиерлек әҙәйгән. Был турала бөгөн Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының коллегияһында белдерелде.
Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан Башҡортостандың ҡулланыусылар баҙары үҫеш юлында һәм иҡтисадтың төп драйверы булып тора. Сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе өлкәһенә тулайым төбәк продуктының 13 проценты тура килә. Төбәктәге мәшғүл кешеләрҙең һәр бишенсеһе сауҙа тармағында эшләй.
Тауар әйләнешенә килгәндә, йылдың тәүге 5 айында ваҡлап һатыу 3,1, дөйөм туҡланыу 6,4, көнкүреш хеҙмәтләндереүе 7,7 процентҡа артҡан. Сауҙа өлкәһенә йәлеп ителгән инвестициялар күләме лә үҫкән. Республикала шулай уҡ һөт кухняларының һаны арттырыла, әле тәүлегенә 35 тонна сеймал эшкәртеүгә иҫәпләнгән 7 цех эшләй.
Продукцияны 140 пункттан алырға мөмкин. Бынан тыш, «Башҡортостан продукты» маркаһы аҫтында һатылған ризыҡ төрҙәрен күбәйтеү, сауҙа кәштәләрендәге аҙыҡ-түлектең сифатын контролдә тотоу, юл буйы сервисын үҫтереү буйынса эш алып барыла.
Рәмзиә Кәримова