Башҡортостанда янғындарға бәйле хәл тотороҡло

Ут сығыуына юл ҡуймау өсөн тейешле саралар күрелә. Август аҙағы, сентябрь башында үлән кибә башлай, ошо осорҙа янғын хәүефе артыуы көтөлә.

Бөгөн иһә Өфө, Бөрө һәм Кушнаренко райондарында янғын хәүефе юғары, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан. Халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талабы ҡуйыла.

Һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау, усаҡ яғыу тыйыла. Тәбиғәттә ташлап ҡалдырылған шешә, быяла ярсыҡтары ла хәүеф сығанағы. Ҡояш нурҙары улар аша төшөп, урманда ут сығыуы ихтимал.

Рафиҡ Әхмәтшин