Заманса урып-йыйыу техникаһы һәм өр-яңы сәсеү культуралары

Бөгөн Благовар районыныда ике көнлөк «Баҫыу көнө» зона семинар-кәңәшмәһе башланды. «Благовар» тоҡомсолоҡ ҡошсолоҡ заводы майҙаны ике тиҫтәнән ашыу район хужалыҡтарынан берләштерҙе.

Семинар ауыл хужалығы өлкәһендәге алдынғы технологияларҙы өйрәнеү һәм йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Йола буйынса сара ураҡ  эштәре алдынан үткәрелә. тулыраҡ киләһе яҙмала.

Үҫтерелгән уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу һәм лайыҡлы хаҡҡа һатыу. Ауыл эшсәндәре өсөн бөгөн был төп бурыс. Ошо маҡсатта семинар сиктәрендә республиканың бер нисә төбәктәрендә өлгөлө майҙансыҡтар сәселгән. Благовар районыныда ике йөҙҙән ашыу һынау баҫыуында төрлө ауыл хужалығы культуралары ултыртылған. Был  ҡатмарлы Урал алды дала зонаһында уңыш үҫтереү тәжрибәһен өйрәнеү өсөн булдырылған. Яңы селекция сорттары ла ситтә ҡалмай.

Төп иғтибар, әлбиттә, Рәсәйҙә етештерелгән культураларға йүнәлтелә. Әммә сикләүҙәргә ҡарамай сит илдән килгән сорттар тәьминәте лә туҡтатылмаған. Был техникаға ла ҡағыла. Майҙанда заманса урыу машиналары менән танышырға мөмкин ине. Әткәндәй, былтыр был маҡсатта рекордлы 12 миллиард һум аҡса тотонолған.

Семинар сиктәрендә республиканың өлкә вәкилдәре яңы дрон менән дә танышты. Заманса аппарат моделен Беларуссия Фәндәр академияһы белгестәре камиллаштырған. Бындай техника әлегә тиклем беҙҙә файҙаланылмаған. Ул хатта ямғырҙа эшләй. Һауаға 16 литрға тиклем гербицид йәки  шыйыҡ ашлама күтәрә ала.

Быйылғы уңыш, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, күпкә уңышлы булыр, тип көтөлә. Республика ауыл эшсәндәренә бер миллион 700 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйып алыу бурысы тора. Ә Благоварҙағы «Баҫыу көнө» иртәгә тамамланасаҡ. Башҡортостандың төньяҡ зонаһы игенселәре 5 август Янауыл районыныда үтәсәк сираттағы семинар берләштерәсәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина