Йәмәғәт палатаһы хеҙмәткәре үҙ картиналарын һатып, Өфө хосписын төҙөүгә аҡса йыйыуҙа ҡатнаша

Ижади эш менән Ләйсән Ғарапова ярты йыллап шөғөлләнә. Һүрәт төшөрөү менән ханым эштән башҡа буш ваҡытында мәшғүл. Әлеге ваҡытта ул «Аҡбуҙат», «Күбәләк ҡыҙ» кеүек 5 картинаһын һатыуға әҙерләй.

Ижади эштәр туҡымала майлы буяҙар менән яһалған. Рәсемдәрҙең минималь хаҡы ике мең һумдан башлана. Рәссамдың ижади эштәрен һатып алып, хосписҡа ярҙам итергә теләүселәргә Ләйсән Ғарапова менән социаль селтәрҙәр йәки медицина ойошмаһы сайты аша бәйләнешкә сығырға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалалағы паллиатив ярҙам күрһәтеү хосписы төҙөлөшө дауам итә. Хәйриә аҡсаһына һалынған объектты йыл аҙағына сафҡа индереү күҙаллана.

Рәзилә Ғиниәтуллина