Ишембай районы Яңы йорт ауылында Шәжәрә байрамы үтте

 Күләмле сара сиктәрендә дүрт ғаиләнең нәҫел ептәре өйрәнелде. Сәхнәлә ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ойошторолдо. 35 кенә йорттан торған ауылдың тарихы, эшһөйәр халҡы менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты

Атай йорто һәр саҡ үҙенә тарта. Ишембай районы Яңы йорт ауылында ойошторолған шәжәрә байрамы яҡташтарҙы йәнә бер майҙанға йыйҙы. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, илдең төрлө төбәктәренән тыуған төйәгенә ашҡынып ҡайтыусылар күп булды. Улар өсөн бай концерт программаһы әҙерләнгәйне. Сәхнәлә моңло йырҙар аша Бәләкәй Ватанға оло һөйөү һәм тоғролоҡ күрһәтелде. Әтйкәндәй, биләмәне утар тип тә йөрөтәләр, уның туҡһан ике йыллыҡ тарихы бар.

Һуңғы йылдарҙа быуындар бәйләнешен тергеҙеү матур йолаға әйләнде. Байрам сиктәрендә урындағы халыҡ шәжәрә ағасы, нәҫел теҙмәһе менән таныштырҙы. Экспозициялар фотоһүрәттәр, архив документтар менән байытылғайны.

Самауыр сәйе ҡайнатып, былау бешереп, ҙур өҫтәл ҡорҙо Яңы йорт утары халҡы. Яҡташтар осрашыуы ауылдың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыуын дәлилләне. Биләмәлә йәшәүселәр эшһөйәр ҙә, дәртле лә, ҡунаҡсыл да. Иң мөһиме: берҙәм.

Гөлназ Хәйбуллина