Республика парламенты депутаттары көҙгө сессияла илленән ашыу закон ҡабул итергә ниәтләй

Бушлай юридик ярҙам алыусылар исемлеген киңәйтеү, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы тәртибен раҫлау, геопарктарҙың хоҡуҡи статусын көйләүгә бәйле ҡанун проекттары ҡарала. Шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә капиталь ремонт өсөн түләүҙәргә льготаларҙы оҙайтыу мәсьәләһе тикшерелә. Әһәмиәтле закон проекттарының береһе Башҡортостандың Конституция советына ҡағыла. Яңы орган республика Конституция суды үҙгәртелгәндән һуң эш башлай. Иҡтисадҡа көнбайыш санкцияларының кире йоғонтоһон кәметеү ҙә иғтибар үҙәгендә буласаҡ, тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.