Студенттарға уңайлы йәшәү шарттары

Былтыр декабрҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһы тәҡдиме менән федераль бюджет проектына үҙгәрештәр индерелгәйне. Уға ярашлы, 2024 йылға тиклем юғары уҡыу йорттары ятаҡтарын капиталь ремонтлауға йыл һайын өсәр миллиард һум бүленә.

Күләмле программаға Башҡорт дәүләт университетының 1-cе ятағы ла эләккән. 1959 йылғы бинаны төҙөкләндереүгә 53 миллион һум йүнәлтелгән. Әле объектта һыу менән тәьминәт, канализация системаһы яңыртыла, эске биҙәү эштәре бара.

 Өфөләге юғары уҡыу йорттарында барған күләмле ремонт менән Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем комитеты рәйесе беренсе урынбаҫары Александр Мажуга ла танышты. Депутат билдәләүенсә, студенттарға йәшәү өсөн өҫтәмә урындар булдырыу мәсьәләһе лә етди контролгә алынған.

Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Башҡорт дәүләт университеты етәкселеге яңы ятаҡтар төҙөлөшө мәсьәләһен күтәрҙе. Ихтыяждың юғары булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Сит ил студенттары арта, ҡабул итеү кампанияһы географияһы киңәйә. Шуға яңы объекттар төҙөлөшө тәҡдиме Рәсәй фән һәм юғары белем министрлығына мотлаҡ еткереләсәк.

Александр Мажуга, Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесе беренсе урынбаҫары

Башҡорт дәүләт университетының студенттар ҡаласығында ете ятаҡ иҫәпләнә, улар өс мең ярым урынға иҫәпләнгән. Ҡунаҡхана тибындағы учреждение былтыр майҙа асылғайны. «Мәғариф экспорты» федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән учреждениела бөгөн Донбасстан килгән мәктәп уҡыусылары ял итә.

«Университет сменаһы»нда ҡатнашыусылар Дәүләт Думаһы депутаты Александр Мажуга менән осрашып, мәғариф һәм фән өлкәһенә бәйле һорауҙарға яуап алды. Юғары уҡыу йорто етәкселеге билдәләүенсә, быйыл йәй унышар көнлөк сменаларға Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан барлығы өс йөҙҙән ашыу үҫмер ҡабул ителәсәк. Өфөнән тыш, улар Йәрмәкәй районындағы спорт-һауыҡтырыу лагерына ла ялға ебәрелә.

Гөлназ Хәйбуллина