Башҡортостанда электр энергияһын иҫәпләү ҡоролмалары тикшерелә

Республика халҡы өсөн хеҙмәт бушлай. Был файҙаланыу ваҡыты 2023 йылға тиклем тамамланған иҫәпләгестәргә ҡағыла. 30 ноябргә тиклем профилле ведомстволар алдында 15 меңдән ашыу шәхси йорттарҙағы ҡоролмаларҙы тикшереү бурысы тора. Теманының дауамы БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Иң тәү сиратта, документтарҙы тикшереү мөһим. Электр энергияһын иҫәпләү ҡоролмаларын тик ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаһының хеҙмәткәре тикшерә ала. Уның логотип йәбештерелгән махсус кейемдә булыуы мотлаҡ. Ведомство граждандарҙы уяу булырға саҡыра. Үҙен энергетик тип танытҡан кеше мутлашыусы булыуы ихтимал.

Хеҙмәткәрҙең үҙе менән танытмаһы, ойошманың рәсми хаты булырға тейеш. Ул өҫтәмә ҡоролмалар һатып алырға йәки эш хаҡын квитанцияға өҫтәргә тәҡдим итә икән, тимәк һеҙҙең алда вәкәләтле хеҙмәткәр түгел.

Константин Павлов, Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге бойондороҡһоҙ суд эксперты

Законға ярашлы, граждандар энергетиктарҙы бер ҡаршылыҡһыҙ йортҡа индерергә тейеш. Хеҙмәткәрҙәр приборҙың теүәл иҫәпләүен баһалай. Электр энергияһы менән бушлай файҙаланырға булышлыҡ иткән сит ҡоролмалар булған осраҡта, саралар күрә. Һуңғы осраҡта яңынан иҫәпләү башҡарылып, хужаға бер нисә тапҡырға күберәк түләргә тура киләсәк.

2020 йылдан алып, электр энергияһы ҡоролмаларын тикшереү һәм алмаштырыу тулыһынса селтәр ойошмалар яуаплылығында. Йәғни был юҫыҡта энергетиктар алға киткән. Бөтә документтар йортта тултырыла, хужаға инстанциялар буйлап йөрөргә кәрәкмәй.

Иҫәпләгесте алмаштырырға талап ителгәндә хужа «Башкирэнерго» ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала. Тик һуңғы айҙарҙа санкциялар сәбәпле, ойошмала микросхемаларға ҡытлыҡ бар. Шуға ла йорттарҙы иҫәп приборы менән йыһазландырыу сират буйынса башҡарыла.

Рәзилә Ғиниәтуллина