Ҡаһарман фронтовик хәтирәләре...

Әбйәлил районы Күсем ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғүмәр Ғилмановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған китаптың исем туйы үтте. Йыйынтыҡҡа яу ҡаһарманының фронт хәтирәләре, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәре, мәктәпкә бағышланған йылдары һәм ер-һыу атамаларын һаҡлау буйынса мәҡәләләре урын алған.

Китаптың төҙөүсеһе һәм мөхәррире – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ғүмәр Ғилмановтың кейәүе Ҡәҙим Аралбаев. Һәр кемдең өҫтәл китабы булырлыҡ «Ғүмер юлдары» йыйынтығы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, данлыҡлы педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре Ғүмәр Ғилмановтың исеме Әбйәлил районында ғына түгел, Башҡортостан халҡына ла киң билдәле. Ғүмәр Ғилман улы 45 йыл ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған, шуның 35 йылында тыуған Күсем мәктәбен етәкләгән абруйлы уҡытыусы.

Тап ул тыуған ауылында Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың музейын ойоштороуға күп көс һала, йылдар дауамында уны үҙенсәлекле экспонаттар менән байыта. Үҙе ут эсенән, фронттан әйләнеп ҡайтҡан яу ҡаһарманы тарихты йәш быуынға еткереүҙең әһәмиәтен яҡшы аңлай.

Китаптың тәүге өлөшө «Ҡаһарманлыҡ юлы» тип атала, унда Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов хаҡында мәғлүмәттәр һәм лейтенант, батальон парторгы Ғүмәр Ғилмановтың яу хәтирәләре урын алған. Икенсе бүлектә Гүмәр Ғилман улының педагогик эшмәкәрлегенә арналған материалдар баҫылған. Ә өсөнсө өлөш ер-һыу атамаларына бағышланған. Ғүмәр Ғилман улы ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау, йәш быуынға еткереү өсөн көрәшә.  

Китаптың исем туйында ҡатнашыусылар Ғүмәр Ғилманов хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты, тағы ла бер тапҡыр тынғыһыҙ яҡташтары башҡарған олуғ эштәргә байҡау яһаны. Сараны сәнғәт оҫталарының сығыштары биҙәне. Күсемдәр әйтеүенсә, Ғилмановтар – ошо ерлектең иң абруйлы, илһөйәр нәҫелдәренең береһе. Ғүмәр Ғилманов балаларында ла, уҡыусыларында ла аң-белемгә һөйөү тәрбиәләй. Заманында бер улын хатта сит илгә эшкә лә саҡыралар.

Ғүмәр Ғилмановтың ике тыуған көнө бар. Тәүгеһендә тыуған төйәгендә, әсәһе ҡосағында, икенсеһе – 1945 йылда фронт һыҙығында. Мина ярсығы һәм пуля эләгеп ауыр яраланғандан һуң уны батальон командиры осраҡлы рәүештә табып госпиталгә оҙата. Шуға күрә лә Ғүмәр Ғилманов ғүмерҙең ҡәҙерен белә, тормошоноң һәр көнөн тыуған еренә, халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлай.

Халҡы ла илһөйәр улын онотмай. Күсемдә Ғүмәр Ғилманов исемен йөрөткән урам бар, йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Ул ойошторған Таһир Күсимов музейы бөгөн дә эшләп тора. «Ғүмер юлдары» китабы ла данлыҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереүгә оло бер аҙым. Сөнки йәш быуын  арҙаҡлы ата-бабаларын белеп үҫергә, улар өлгөһөндә тәрбиәләнергә тейеш.

Рәмзиә Кәримова