Ул 24 июлдән 13 августҡа тиклем дауам итә һәм уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Республиканың балалар-һауыҡтырыу лагерҙарында аграр миҙгел тәүге тапҡыр ойошторола. Әммә был ошо йүнәлештәге тәүге проект түгел, аграр синыфтар эшләгән мәғариф учреждениелары бар.
Лагерҙа иһә 21 көн дауамында агроном һөнәренең үҙенсәлектәре менән танышыу, ауыл хужалығы предприяиеларына экскурсиялар ойоштороу, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡаралған. Белгестәр фекеренсә, әле Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Кадрҙар әҙерләү менән юғары һәм һөнәри уҡыу йорттары шөғөлләнә, уларҙың матди-техник базаһы нығытыла, бюджет урындары арттырыла.
Бары тик йәш быуында был өлкәгә ҡыҙыҡһыныу уятыу шарт. Лагерь ошо маҡсатты күҙ уңында тота, аграр сменалағы ике отрядта 51 бала ял итә. Киләһе йылда һанды арттырыу һәм республиканың башҡа райондарынан да уҡыусыларҙы йәлеп итеү ҡаралған.
Рәмзиә Кәримова