Сибайҙың балалар лагерында зыян күргән үҫмер санавиация менән Өфөгә килтерелгән

Кома хәлендәге уҡыусы Республика балалар клиник дауаханаһына һалынған. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уҙған йәкшәмбе металл конструкция 15 йәшлек малайҙың өҫтөнә ҡолаған. Был хәлдән һуң «Юлдаш» лагерында прокуратура тикшереүҙәре үткән. Өлкәндәрҙең битарафлығы ниндәй эҙемтәләргә килтереүе хаҡында Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан киләһе репортаж.

Бер нисә тәүлек инде малайҙың ата-әсәһе табиптарҙан яҡшы хәбәр көтә. Зарема Юнысова хәтерләүенсә, һуңғы тапҡыр улы менән фажиғәнән бер көн алда ғына һөйләшә. Ә икенсе көнөнә вожатыйҙар шылтыратып, үҫмерҙең өҫтөнә металл конструкция ҡолауы тураһында ҡурҡыныс хәбәр еткерә.

«Юлдаш»тағы смена Дияз өсөн бер аҙна элек кенә башлана. Йәйге каникулын Ирәндек буйында үткәрергә күнеккән малай быйыл да лагерға ял итергә килгән булған. Юнысовтар ғаиләһендә Дияз – иң өлкәне, уның өйҙә тағы ла ике туғаны бар. Фажиғә көнөндә өс үҫмер металл конструкцияға менә. Көтмәгәндә ауыр тимер малайҙарҙың береһенең өҫтөнә ҡолай.

Зыян күргән малай Сибай ҡала дауаханаһының реанимация бүлегенә һалына. Аңын юғалтҡан үҫмергә Өфөнән килгән табиптар ҡатмарлы операция яһай. Урынынан ҡуҙғатырға мөмкинлек тыуғас та Диязды санавиация менән баш ҡалаға оҙатырға ҡарар ителә. 

Осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Прокуратура был хәлде етди контролгә алған. Күҙәтеүсе орган хеҙмәткәрҙәре лагерҙағы тикшереү барышында башҡа етешһеҙлектәргә лә юлыҡҡан.  

Тәфтишселәр лагерь етәкселегенән һорау алған. Был хәл өсөн кем яуап бирәсәген ваҡыт күрһәтер. Ғәйеплегә 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. 

Илдар Байбулатов