Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе 11 йәшлек малайға ярҙам кәрәк

Дмитрий Митюшинға ике йәшендә балалар церебраль фалижы диагнозы ҡуйыла. Шул ваҡыттан алып баланың уң яҡ улы һәм аяғы тейешенсә үҫешмәй. Уға Пермь ҡалаһындағы клиникала ярҙам итә алалар, ләкин операция түләүле. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Дима Митюшинға ике йәшендә балалар церебраль фалижы диагнозын ҡуялар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан өйҙә ул – әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Баҡсаға һыу һибергә булһынмы, сейә йыйырға, һә, тигәнсе эшләп тә ҡуя.

Дмитрий Стәрлетамаҡтәғы «Ҡурай» үҙәгендә логопед, дефектолог, нейро һәм балалар психологы белгестәре менән шөғөлләнә. Ләкин был йүнәлеү өсөн аҙ, малайға ҡатмарлы операция талап ителә. «Ҡурай» үҙәге Рәсәйҙең реабилитация клиникаларының береһе менән бәйләнешкә сыға. Бер нисә консультациялар үткәндән һуң, Пермь ҡалаһындағы дауахана табибы Юрий Шульга әмәлиәт үткәрергә саҡыра. Быға тиклем дә ул Стәрлетамаҡта йәшәүсе балаға ярҙам иткән була.

Бер нисә этаптан торған операция уң яҡ табанға һәм ҡулға яһаласаҡ. Әмәлиәт өсөн 20 августҡа тиклем 250 мең һум аҡса йыйыу талап ителә. Алты бала үҫтергән Митюшиндар ғаиләһе өсөн был күтәрә алырлыҡ сумма түгел. Улар беҙҙең телевизор ҡараусыларҙан ярҙам һорай. Был маҡсатта Стәрлетамаҡтың «Изгелек йәйғоро» хәйриә ойошмаһы иғәнәләр йыйыуҙы иғлан итә.

Аҡсаны экранда күрһәтелгән һандар буйынса күсерергә мөмкин. Иң мөһиме смс-хәбәрҙә «Помощь Диме» тип яҙырға онотмағыҙ. Операцянан һуң реабилитацияға сарыф ителәсәк сығымдарҙы «Ҡурай» үҙәге үҙ иңенә аласаҡ. Диманың тиҙерәк шәбәйеп китеүен ҡустыһы Вадим түҙемһеҙләнеп көтә.

4 класты тамалаған малай самокатта йөрөргә ярата, техника менән ҡыҙыҡһына. Беҙҙең камераны ла тикшермәйенсә ҡайтара алманы. Операторҙан видео төшөрөү буйынса бер нисә күнекмәләргә өйрәнеү Диманың күҙҙәренән күренеүенсә ҙур шатлыҡҡа тиң. Ахыры, «киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға?» тигән һорауға яуап та табылды. Әлегә баланың төп хыялы – йүнәлергә. Уға ирешергә һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ. 

Әлфинә Килдейәрова