Бөгөн райондың Кинйә-Абыҙ ауылында “Мәргән уҡсы” ойошмаһы семинар үткәрә. Хәрәкәт етәксеһе Юлай Ғәлиуллин әйтеүенсә, “Мәргән уҡсының көньяҡ туғыҙ ырыуы” тип аталған проект Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының грантын яулаған. “Беҙ туғыҙ районда традицион уҡ атыу буйынса секция булдырабыҙ”, - ти ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПроект туғыҙ ай дауамында тормошҡа ашырыла. Артабан семинарҙар Миәкә, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай, Ғафури, Федоровка райондарында һәм Салауат ҡалаһында була. Унда ҡатнашыу бушлай. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт менән социаль селтәрҙә танышырға мөмкин.