“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”. Бөгөн республиканан Донбасҡа сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды. 8 йөк машинаһынан торған автоколонна Петровское ҡалаһына юл тотто. Ылауға 10 берәмек техника, 90 тоннанан ашыу төҙөлөш материалы тейәлгән. Әле Петровскоелағы 22-се мәктәптә ремонт бара. “Белем усағын ваҡытында төҙөкләндереү һәм 1 сентябрҙә яңы уҡыу йылын башлау бурысы тора. Беҙ шулай уҡ Красный Луч ҡалаһында хеҙмәт вахтаһында булған табиптар, коммуналь хеҙмәткәрҙәр һәм төҙөүселәргә аҙыҡ-түлек алып барабыҙ”, - тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлексәһенең башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов. Әле Петровское ҡалаһында Башҡортостандан 100-ҙән ашыу төҙөүсе эшләй. Гуманитар миссия башланғандан алып, республика Донбасҡа 1 мең 400 тоннан ашыу ярҙам оҙатҡан.