Өфөлә 44 йәшлек ҡатын бәлиғ булмаған ҡыҙын үлтергән, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған

Был – әлегә хоҡуҡ һаҡсыларының төп версияһы, осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ҡот осҡос фажиғә бөгөн баш ҡаланың Рудольф Нуреев урамында теркәлә. Шаһиттар юғары ҡаттағы фатирҙарҙың береһенән ҡолап төшкән ҡатынды күреү менән ашығыс хеҙмәттәр саҡырта. Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, вафат булған ханым ҡыҙы менән был йортҡа күптән түгел урынлаша. Улар фатирҙы ҡуртымға алып йәшәгән булған. Хоҡуҡ һаҡсылары уға ингәс, сәнсеп үлтерелгән 16 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһенә юлыға.

Билдәле булыуынса, 44 йәшлек Зөлфиә Евстафьева Өфөгә Туймазынан килгән. Уның ҡыҙы ауыр сирҙән яфаланған. Өфөлә иһә улар дауаланыу курсы үткән. Әлеге ваҡытта фажиғә урынында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре эшләй. Күршеләре ике көн элек кенә фатирҙы ҡуртымға алыусылар менән танышып өлгөрмәгән булған.