Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышында белдерҙе. Сара Өфөнөң тарихи үҙәгендә сафҡа индерелгән «Боронғо үҙәк» торлаҡ комплексында уҙҙы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа төҙөлөш ойошмаларына ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Тәүҙә коронавирус пандемияһы ваҡытында, һуңынан санкциялар индерелеү менән бәйле хаҡтар күтәрелгәс. Әммә Башҡортостан компаниялары бирешмәй, республикала торлаҡ төҙөлөшөнөң артыуы күҙәтелә.
Үткән йылда төбәктә 2 миллион 900 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырылған. Бынан тыш яҡташтарыбыҙ Донбаста инфрастурктура булдырыуҙа булышлыҡ итә, социаль объектарҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Төҙөлөш компаниялары алдында киләсәктә лә мөһим бурыстар тора, республика яғынан тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы төҙөүселәргә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Күсмә ултырышта тармаҡ алдынғыларына, ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән төҙөүселәргә дәүләт наградалары ла тапшырылды.
Төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышында ҡатнашыусылар «Боронғо үҙәк» торлаҡ комплексы менән дә танышты. Был квартал Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Ғафури һәм Коммунистик урамдары киҫелешендә урынлашҡан. Торлаҡ комплексы 2015 йылда төҙөлә башлай, әлеге көндә ул 7 күп ҡатлы торлаҡ йортто үҙ эсенә ала. Шулай уҡ 50 метрлыҡ бассейн менән фитнес клуб сафҡа индерелә.
Комплекс ихаталарға автомобилдәр ҡуйылмауы менән айырылып тора, бында йорттар аҫтында 1-2 ҡалды паркингтар эшләнгән. Ә ихаталарҙа балалар өсөн заманса йыһазландырылған уйын ҡаласыҡтары, спорт майҙансыҡтары урын алған. Республика башлығы «Боронғо үҙәк» торлаҡ комплексының кимәлен юғары баһаланы.
Рәмзиә Кәримова