Башҡортостан вәкилдәре Бөтә Рәсәй йәштәр форумында сығыш яһаны

  Быйыл ул  ғәҙәти тәртиптә  үтте. Милләт-ара мөнәсәбәттәргә  ҙур иғтибар булды.  Йәштәр  сәйәсәте буйынса дәүләт  комитеты  рәйесе  Яна  Гайдук белдереүенсә,  беҙҙең республика командаһы форумда әүҙем ҡатнашты. Проекттарын ғәмәлгә ашырыу  өсөн грант отоусылар ҙа бар. -"Халыҡтар күп - Ватан берәү генә" тигән стратегик  сессия  форумда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе  булды. Беҙҙең күп милләтле республика  өсөн милләт-ара мөнәсәбәттәр темаһы  көнүҙәк  булып тора,  - тине Яна Гайдук.