Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусыларҙың бер өлөшөнә компенсация түләнә

Июль айында 327 ғаиләгә аҡса бирелгән. Республикала  бөтәһе  2 мең 700-ҙән ашыу кеше компенсация алған. Бының өсөн  6 миллиард  680 миллион һум тотонолған.  Башҡортостанда  2023 йыл аҙағына тиклем торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар проблемаһын тулыһынса  хәл итеү маҡсаты  ҡуйылған.